12:54
Беҙҙә "Аҡбуҙат" журналы ҡунаҡта

Бөгөн Стәрлебашта Юрматы ырыуы йыйыны һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Ижади майҙан" сараһы үтте. "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина балалар менән биҡ тә ҡыҙыҡлы осрашыү үткәрҙе. Балалар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар, һүрәттәр алып килгәндәр. Сарала актив ҡатнашҡан һәр балаға бүләккә журналдар таратылды. Һуңынан ”Урал-батыр һәм Самрау батшалығы” тип аталған мультипликацион фильм күрһәтелде. Осрашыу аҙағында иң оҫта төшөрөлгән рәсемдәрҙе ҡарап, шиғыр һөйләүселәрҙе тыңлап еңеүселәр билдәләнде һәм махсус иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Просмотров: 253 | Добавил: nasyrovailzida | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0